Быйыл да Башҡортостанда ике миллион гектар майҙанда ярауай культуралар сәсеү планлаштырыла

Әле хужалыҡтар ужым культуралары һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлау, тырматыу, дым ҡаплау эштәрен алып бара. Ҡырмыҫҡалы районының «Шайморат» хужалығы етен сәсә башлаһа, Ишембайҙар яҙғы сәсеүгә сифатлы орлоҡ базаһы туплаған.

Ишембай районының “Лейтер ” ауыл хужалығы предприятиеһы орлоҡсолоҡ йүнәлешендә уңышлы эшләй, сорт яңыртыу һәм элиталы культуралар үҫтереүгә баҫым яһала. Келәттәге орлоҡтар районда ғына түгел, республика биләмәһендәге баҫыуҙарға ла сәселә.

Хужалыҡта орлоҡ киптереү комплексы төҙөлгән. Яҙғы баҫыу эштәре алдынан бында тәүлек әйләнәһенә эш тынмай. 60-80 градус температурала киптерелгән орлоҡтар таҙартыу цехына оҙатыла. Махсус ҡоролмала сифатлы сәсеү материалы һайлап алына.

Хужалыҡ ҡарамағында һигеҙ мең гектар ер. Ауыл эшсәндәре билдәләүенсә, әлегә яҙғы сәсеүгә төшөргё иртәрәк. Бар техник көстәр ужым культураларын туйындырыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға йүнәлтелгән.

Күп йыллыҡ үләндәрҙе тырмап сыҡҡандан һуң, 1 гектар майҙанға 50 кг иҫәбенән минераль ашлама таратыласаҡ. Әйткәндәй, быйыл хужалыҡ матди-техник базаһын нығытҡан. Яҙғы баҫыу эштәренә яңы комбайн, сәсеү агрегаттары сығасаҡ. Шуға мехназаторҙар уңыштың мул булырына шикләнмәй.

Гөлназ Хәйбуллина