Пассажирҙар яңы ҡоролма ярҙамында юл хаҡы өсөн сиратһыҙ иҫәпләшә ала. Пилот проект булараҡ экспресс-касса Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ойошторолдо. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Йәмәғәт транспорты менән йыш ҡулланған Ирина Иҡсанова тәүгеләрҙән булып экспресс-касса мөмкинлектәрен һынап ҡараған. Ҡала-ара маршрут менән файҙаланыусы ханым сират тормайынса билетты бер минут эсендә һатып алды. Баш ҡаланың «Көньяҡ» автовокзалында хәҙер билет өсөн банк картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин.
Заманса экспресс-касса Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы автовокзалдарында эшләй. Юл хаҡы өсөн иҫәпләшеү аппаратын башҡа ҙур вокзалдарҙала ҡуйыу күҙаллана. Билет өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү ҡоролмаһы тураһында һүҙ барғанда автовокзалда пассажирҙар ағымы күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, «Көньяҡ» автовокзал аша көнөнә ике меңдән ашыу пассажир үтә.
Йәмәғәт транспортына билет һатып алыу хеҙмәттәре йылдан-йыл камиллаштырыла. Билетты өйөнән сыҡмай һатып алырға теләүселәр өсөн Интернет ҡушымтаһы ярҙамға килә.
Бер быуатлыҡ тарихи юбилейын билдәләгән «Көньяҡ» автовокзалда матди-техник базаны яңыртыу, пассажирҙар өсөн тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙе камиллаштырыу өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе булып тора. Алдағы көндәрҙә автовокзал бинаһын, пассажирҙарҙың ял заонаһын төҙөкләндереү эштәре күҙаллана.
Флорида Ким