Яңауыл районында «Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

14 апрелдә эшсе комиссия төркөмө шыршы, баҙар һәм вокзал майҙандарын төҙөкләндереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ресурс менән тәьмин итеүсе предприятие, коммуналь хеҙмәттәр, подрядсы ойошма һәм техник күҙәтеү вәкилдәре үтәлгән эш күләмен баһаланы, етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Проект амфитеатрҙы, яңы юл ҡатламын, балалар майҙансығын, эскәмйәләрҙе, арт-обьекттарҙы үҙ эсенә ала.

Төҙөлөш эштәре туҡтағаны ла юҡ. Аралаш ҡабул итеү эшсе комиссияһы төркөмө һуңғы арала башҡарылған эштәрҙе ҡараны, етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алды. Проект буйынса бында бағаналар, һәм кәртәләр алына, йылытыу трассаһы ла тулыһынса яңыртыласаҡ.

Ирина Тажетдинова, Яңауыл районы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе

Баҙар майҙанында төҙөлөш йылдам бара. Проектҡа ярашлы, сауҙа павильондары һәм магазин фасадтарының дизайны үҙгәрә. Эшселәр брусчатка түшәй. Йылылыҡ трассаһын тәрәнәйтеү ҙә көнүҙәк мәсьәлә. Подрядсылар ҡоро һауа шарттары төҙөкләндереү эштәрен тиҙләтер тип билдәләй.

Үҙебеҙ түшәгән брусчаткаға 5-7 йыл гарантия бирәбеҙ. Шуға ла бик тырышып эшләйбеҙ. Беҙҙәң һалған юл халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итергә һәм сифатлы булырға тейеш.

Радик Ғәлимов, өлкән прораб

Гүзәл Борханова