“Салауат Юлаев” хоккей клубы һәм һаҡсы араһында бер йыллыҡ килешеү төҙөлдө. 34 йәшлек уйынсы Магнитогорскиҙан Өфөгә былтыр күсте. Континенталь хоккей лигаһында юлаевсылар өсөн быйылғы миҙгелдә 64 матчта ҡатнашты һәм 6 мәрәйгә эйә булды.