Күмертау район-ара суды водителдән 308 мең ярым һум түләргә талап иткән. 2019 йылдың июнендә Өфөлә уның автомобилен махсус туҡталҡаға алып китәләр. Әммә автомобиль хужаһы уны кире алырға килмәгән. ВАЗ-21150 маркалы машина туҡталҡала 12 мең сәғәттән ашыу булған. Суд ҡарары буйынса, водитель автомобилен алырға һәм буш торған ваҡыт өсөн штраф түләргә тейеш.