Башҡортостанда ситтән тороп эш күберәк тәҡдим ителә башлаған

Дистанцион вакансиялар һаны буйынса беҙҙең республика илдә өсөнсө урында. Trud.com порталы шундай мәғлүмәт бирә.  Башҡортостанда клиент менән эшләү операторы, таргетолог, интернет-магазин хеҙмәткәре, рекрутер һәм һатыусы консультант кеүек һөнәрҙәрҙе ситтән тороп башҡарырға мөмкин. Эш хаҡы әллә ни юғары булмаһа ла, мартта ул 5 процентҡа артҡан. Әле ситтән тороп эшләгән хеҙмәткәрҙәргә айына 25 мең һум түләйҙәр.