Башҡортостан йәштәре каратэ буйынса Рәсәй беренселегендә миҙалдар яуланы

Турнир Омскиҙа үтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса республика спортсылары 6 миҙалға эйә булды. Ҡыҙҙар араһында Айгөл Садыҡова – алтын, Екатерина Зубарева – көмөш, Ләйлә Ключникова һәм Аида Бикмәтова бронза наградалар алды. Егеттәрҙән Радмир Насыров һәм Эрнест Шәрәфетдинов өсөнсө урынға лайыҡ булды.