Бөгөн ил Президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

“Власть һығылмалы булырға һәм кешеләрҙе ишетергә тейеш. Бөгөн Владимир Путиндың телмәрендә ошо хаҡта ишетергә теләйем”, тип белдерҙе Башҡортостан йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылынан  Эльвира Зиннәтова пособие, эш хаҡы һәм пенсиялар артыуы тураһында хәбәр булырына өмөтләнә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә яңы Рәсәй тарихында 27-се, Владимир Путин өсөн ун етенсеһе. Ил башлығын “Манеж” Үҙәк күргәҙмә залында сығыш яһай. Сара барышын бер сәғәттән "Рәсәй-1", "Рәсәй-24"  телевидениеһында һәм Беренсе каналда  ҡарарға була. “Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһы”нда ул сурдотәржемә менән күрһәтелә.  Дәүләт Думаһы депутаттары һәм төбәк етәкселәре шулай уҡ “Манеж”ға саҡырылған, тип хәбәр итәләр Кремлдән. Президент мөрәжәғәтнамәһен 400-ҙән ашыу журналист яҡтырта.