Мәҙәниәт министрлығында үткән конкурс һөҙөмтәләре буйынса. Башҡортостан республикаһының милли музейы директоры вазифаһына Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина раҫланды. Быға тиклем ул Сибай тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры булды.
Камил Вәлеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжын Замир Таһир улы Йәнтурин етәкләйәсәк.