Йәш әсәләргә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙә үҙгәрештәр индереләсәк

8 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләүселәргә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙә эш стажы иҫәпкә алынмаясаҡ. Ил президенты Владимир Путин бөгөн Федераль Йыйылыш алдындағы сығышында бындай осраҡтарҙа түләү 100 процент булырға тейеш тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә төбәктәргә бирелгән бюджет кредиттарын түләү шарттарын үҙгәртергә ҡушты. Аҡса былтыр пандемия менән көрәш саралары өсөн бүленде. Был мөһим яңылыҡтарҙың береһе, тигән фекерҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Владимир Путин бөгөнгө сығышында Хөкүмәткә бер ай эсендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушты. Ауыл һәм бәләкәй ҡалаларҙа мәҙәниәт йорттары һәм музейҙарҙы яңыртыу өсөн 24 миллард һум аҡса бүлеү ҡарала. Илдә Мәҙәни башланғыстар президент фонды булдырыла.