Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урындағы үҙидара көнө уңайынан был өлкәлә эшләүселәргә ҡотлау хаты менән мөрәжәғәт итте. Унда былай тиелә:
«Ҡәҙерле дуҫтар! Муниципаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен сәләмләйем һәм һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Урындағы үҙидара көнө менән ҡотлайым, намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм юғары һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Һеҙгә оло яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Көн һайын һеҙ кешеләргә ҙур һәм бәләкәй проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәһегеҙ. Республика, район-ҡалалар тотороҡлолоғо һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, ойоштороу һәләтегеҙ, төрлө тормош хәлдәрендә һөҙөмтәле эш итә белеүегеҙгә туранан-тура бәйле.
Һеҙгә былтырғы йылдың ауыр һынауҙарын лайыҡлы үтеү мөмкинлеге биргән ныҡлыҡ һәм түҙемлек күрһәтеүегеҙ өсөн айырыуса рәхмәтлемен. Ҡыҙғанысҡа, коронавирусҡа ҡаршы көрәштә беҙ үҙебеҙҙең коллегаларыбыҙ, дуҫтарыбыҙҙы һәм яҡындарыбыҙҙы юғалттыҡ. Беҙ упарҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлап, улар башлаған изге эштәрҙе дауам итеп алға барасаҡбыҙ. Алда ҙур һәм мөһим эштәр тора.
Татыу команда эше беҙгә Башҡортостаныбыҙҙы тормош сифаты буйынса илдең иң яҡшы төбәге итеү мөмкинлеге бирәсәгенә ышанам. Һеҙҙең барығыҙға ла республика адында торған мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уңыштар теләйем. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!» – тиелә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың муниципаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан ҡотлау хатында.
Гөлдәриә Йосопова