Мөмкинлектәр сикләнһә лә һөнәр мөмкинлектәре сикһеҙ

Баш ҡалала «Абилимпикс» милли чемпионатының 7-се төбәк һайлап алыу этабы үтә. Уның сиктәрендә инвалид балалар һөнәри оҫталыҡ буйынса үҙ-ара көслөләрҙе асыҡлай. Йәмғеһе чемпионатта 72 компетенция буйынса 6 йөҙҙән ашыу бала ҡатнашыуы көтөлә. Бөгөн Өфө лимонарийында ландшафт дизайнерҙары һынау тотто.

Глеб өсөн билдәләнгән майҙансыҡта ваҡытҡа сәскәләр ултыртыу тәүгә түгел. Быға тиклем дә ул һөнәри конкурстарҙа сығыш яһап еңеү яулағаны бар. Әммә «Абилимпикс» чемпионатында беренсегә. Яңы кимәл, яңы мөмкинлектәр.

4 сәғәт эсендә яңы баҡса. Ләкин конкурс шарттары ваҡытҡа гөлләмәләр ултыртыу ғына түгел. Тәү ҡарашҡа ябай күренгән һынауҙың үҙенсәлектәре лә бик күп. Ландшафт дизайнерҙары эшендә бер миллиметр ҙа ҙур әһәмиәткә эйә, ти эксперттар.

Конкурста үҙләштерелгән шөғөл йыш ҡына ғүмерлек һөнәргә әйләнә, ти ойоштороусылар. Сөнки тап мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ҡалыпҡа һалынмаған ҡарашлылар йыш осрай. Ландшафт дизайнерҙары эшендә был сифаттар хуплана ғына.

Һуңғы йылдарҙа баҡса эшен сәнғәт итеүсе һөнәренә һорау артты. Халыҡ шәхси йорт алдын, парктарҙы зауыҡлы хан баҡсаһына әйләндереү өсөн ҙур аҡса түләргә әҙер. Шуға күрә был компетенция конкурстың өмөтлө йүнәлешенә дәғүә итә.

Быйыл чемпионатта ғәҙәти компетенцияларҙан тыш, матурлыҡ индустрияһы, ҡунаҡханалар һәм ресторандар сервисы, эшҡыуарлыҡ, сауҙа, һанлы технологиялар кеүек яңы йүнәлештәр ҙә индерелә. «Абилимппикстың» төбәк еңеүселәре илдең баш ҡалаһында үтәсәк милли чемпионатта ҡатнашыу хоҡуғы ала. Быйыл уны ноябрҙә уҙғарыу күҙаллана.

Айнур Кәбиров