Таш эшкәтеү һәм ювелир эшендә йәш һөнәрмәндәр ярыша

Саха-Яҡут Республикаһының башҡалаһы Якутскиҙа «Йәш һөнәрмәндәр» 9-cы Милли чемпионатының һайлап алыу туры башланды.

Уорлдскилс һөнәрмәндәр ярышында Башҡортостан данын төбәк этабы еңеүсеһе Илүзә Латипова яҡлай. Илүзә – Өфө художество-гуманитар колледжының 3-cө курсы студенты. Ювелир эше һөнәре буйынса белем ала. Һайлап алыу туры ярыштары Десяткин исемендәге Якутск сәнәғәт колледжында үтә. Унда илебеҙҙең 17 төбәгенән йәш ювелирҙар көс һынаша.

Ярыш бик көсөргәнешле буласаҡ. Таш эшкәртеү, ювелир эше буйынса теоретик һәм практик күнекмәләр бик ҡатмарлы. Илүзә Латиповаға барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеүен теләйем. Уға Башҡортостанда үтәсәк Worldskills-Рәсәй чемпионатында ҡатнашыусы 7 конкурсант араһында ла һөнәри компетенцияһын яҡлау бәхете тейһен ине.

Ландыш Ахунова, «Йәш һөнәрмәндәр» 9-сы милли чемпионатына һайлап алыу туры эксперты

Гүзәл Борханова