Уны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Медицина үҙәге федераль әһәмиәткә эйә айырыуса һаҡланған мәҙәни мираҫ объектында урынлашҡан. Тарихи бинала батша осоронда земство идаралығы булған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан бирле унда Өфө кабель заводы эшләне. Бина Санкт-Петербургтың Ҡышҡы һарай бинаһын төҙөкләндергән белгестәр ярҙамында реставрацияланған. Ошо маҡсатта 500 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Бер миллиард һумға яҡын инвестиция йәлеп ителгән проект Инвестиция сәғәттәренең тәүге ултырыштарында ҡаралғайны, тине клиниканы асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Клиника диагностика һәм дауалау өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында өлкәндәргә лә, балаларға ла юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге бар. Операция блогы һәм 15 урынлыҡ стационар эшләйәсәк. Корпустың икенсе өлөшөндә әле ремонт дауам итә. Унда кескәйҙәрҙе госпитализациялау комплексы һәм дауалау-диагностика бүлеген киңәйтеү ҡарала. Медицина хеҙмәттәре түләүле буласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева