Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында Башҡорт тарихы йылы, «Ырыу» ағасы республика форумы һәм «Ата-бабалар мираҫы» республика семинары сиктәрендә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының иң эре ырыуҙарының береһе – Ҡырғыҙ йыйыны үтте.
Йәркәй ауылы - Ҡырғыҙ ырыуының төп биләмәләренең береһе. Был ырыу үҙ сиратында Ҡаҙыҡай-Ҡырғыҙ һәм Тәңкәй-Ҡырғыҙ ырыуҙарына бүленә. Телдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләшенә ҡарай. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының вариҫтары бөгөн Илеш, Баҡалы, Шаран, Краснокама, Туймазы райондарында һәм Татарстандың Аҡтаныш, Аҙнаҡай, Баулы, Ютазы һәм Туҡай райондарында йәшәй.
Тарихсылар билдәләүенсә, Ҡырғыҙ ырыуы үҙенең тәү асылын, нәҫел ебен ныҡлы һәм төплө һаҡлаусы уникаль башҡорт ырыуҙарының береһе. Үҙ сығышын улар Сыңғыҙхан нәҫеленән Тонаҡ бей һәм Ҡадыҡ бейгә бәйләй. Нәҫел ағастары ла күп тармаҡлы һәм боронғо. Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың шәжәрә ағасы, мәҫәлән XIV быуатҡа барып тоташа.
Төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙҙәренә генә хас милли кейемдәре ошо төбәк халҡының йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра. Һуңғы йылдарҙа төньяҡ-конбайыш башҡорттары ата-бабаларының этник кейем өлгөләрен тергеҙеүгә, көндәлек тормошҡа ҡайтарыуға күп көс һала.
Ҡырғыҙ ырыуы йыйынында тарихсы-ғалимдар һәм урындағы тыуған яҡты өйрәнҽүсҽләр ырыу тарихы, нәҫел ағасы – шәжәрәләргә ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән бүлеште, сарала шулай уҡ төнъяҡ- көнбайыш башҡорттарының үҫеше буйынса махсус программа ҡабул итеү, ырыуҙың гербын һәм гимнын раҫлау, яңы быуынға башҡорт телен диалект нигеҙендә уҡытыу кеүек әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Гөлдәр Сафина