Ғаилә командалары төрлө арауыҡҡа йүгереү, турникта күнекмәләр эшләү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү һәм башҡа һынауҙар буйынса ярышты. Хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлектә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүселәр алтын билдә менән бүләкләнде. Яңауыл республика муниципалитеттары араһында ГТО нормативтарын үтәү рейтингында өсөнсө урында. Ҡалала урамда спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар урынлаштырыласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева