Уны вице-премьер Ирек Сәғитов үткәрҙе. Ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа парковкаға бәйле ҡануниәт үтәлмәй. Газон йәки рөхсәт ителмәгән урында машинаны ҡалдырып китеү осраҡтары теркәлеп тора. Мәҫәлән, аҙна башынан 700-гә яҡын админстратив протокол төҙөлгән. Ултырышта йәмәғәт урындарында сүп-сарҙы яндырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Комиссия 30-ға яҡын осраҡты асыҡлаған. Ғәйепләлергә штраф һалынған.