Өфөлә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башлана

Ул 9 майҙа тиклем дауам итә. Волонтерҙар сауҙа йорттары, майҙандар һәм парктарҙа халыҡҡа иҫтәлекле таҫмалар тарата. “Георгий таҫмаһы” акцияһы 2005 йылдан үткәрелә. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы билдәләнә.