Владимир Путин халыҡты диспансерлаштырыу һәм профилактик тикшереүҙәр программаһын киңәйтергә ҡушты

Ул тулыһынса 1 июлдән эшләй башларға тейеш. Ил етәксеһе әйтеүенсә, алдағы көндәрҙә төбәктәрҙе мобиль медицина диагностикаһы комплекстары менән тәьмин итеү арта.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һаулыҡ һаҡлау – иң мөһим өлкә. Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөшө ошо темаға бәйле булды. Бөтә йәштәге кешеләр өсөн диспансерлаштырыу ойошторолоуы тураһындағы мәғлүмәт табиптарҙы тағы яуаплыраҡ булырға саҡыра. “Халыҡ һаулығына битараф ҡарамаһын ине”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Владимир Путин билдәләүенсә, 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш.