Башҡортостан ташҡындың беренсе юғары нөктәһен үтте, хәҙер икенсеһе фаразлана

Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттә үткән брифингта белдерелде. 28 апрелдән 1 майға тиклем йылғаларҙағы һыу кимәленең йәнә күтәрелеүе көтөлә. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, Ағиҙел йылғаһы бассейнын Павловка, Нөгөш, Йомағужа һыу һаҡлағыстары көйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн иртәнге 8-ҙә алынған мәғлүмәт буйынса Ағиҙелдә һыу кимәле – 628 сантиметр, тәүлек эсендә 9 сантиметрға кәмегән. Дим йылғаһында һыу кимәленең 47 сантиметрға артыуы күҙәтелә. Өфө йылғаһының кимәле Шаҡша янында – 679 сантиметр, 3 сантиметрға кәмегән.