Республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров ошо туралағы Күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Маҡсаты – 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт мәҙәниәт сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеген күтәреү, Башҡортостанда мәҙәниәтте үҫтереү. Ойоштороу комитетын вице-премьер Азат Бадранов етәкләй. Быйылғы сара 14 майға тәғәйенләнгән.