Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты алдағы шәмбе “Ҙур туристик шәмбе өмәһе” уҙғара

Унда ҡунаҡсыллыҡ индустрияһында эшләүсе туристик фирмалар, ҡунаҡхана һәм ресторан бизнесында эшләүселәр, экскурсия ойоштороусылар, туризм өлкәһенә ҡағылышы булғандар саҡырыла. Акция туризм миҙгеле башланыуға арнала.