Тәүлек дауамында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы «ҡыҙыу линия»һына һыу баҫыу тураһында ни бары ике мөрәжәғәт килгән. Осраҡтар Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта тәбиғи янғындар арта – бер көн эсендә ошоға бәйле 58 шылтырау ҡабул ителгән. Был турала бөгөн төбәктә ташҡынға бәйле хәл буйынса брифингта билдәле булды.
Белгестәр әйтеүенсә, ташҡындың икенсе тулҡыны апрель аҙағы, май башында көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда 112 ашығыс хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Ҡотҡарыусылар һыу баҫҡан осраҡта эвакуация менән ярҙам итеп, ҙур һыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙә булышлыҡ итәсәк.
Шулай уҡ республиканың алты муниципалитеты – Өфөлә, Шишмә, Белорет, Архангел, Дәүләкән һәм Бөрйән райондарында һыу баҫҡан 17 биләмә контролдә ҡала. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, 544 йорт алды участкаһы, 1 торлаҡ йорт һәм 16 юл участкаһын һыу баҫҡан.
Гөлдәриә Йосопова