Баймаҡ районы аграрийҙарына ошондай бурыс ҡуйылды. Хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар ҡатнашлығында төбәктең Бикеш ауыл биләмәһендә уҙған агроконференция хаҡында киләһе яҙмала.
Дым ҡаплау, орлоҡтарҙы ағыулау, техникаларҙы көйләү. Ауыл эшсәндәре өсөн яуаплы осор китеп етте. Әле улар алдында мөһим бурыс - ерҙең дымын ебәрмәү. Был агротехник ысулды ҡулланмағанда йә иһә бер аҙ һуңлап ҡалғанда, уңыш күләме ҡырҡа кәмейәсәк. Шуға ла Бикеш ауылының фермерҙарының береһе Андрей Юлғотлин баҫыуында был эш башланған да инде.
Сергей Мичунов хужалығында иһә техникалар баҫыуға төшөргә әҙер. Орлоҡтарҙы ағыулау ҡалған.сәсеү эштәре 830 гектар майҙанда башҡарыласаҡ. Фермер Тәү сиратта хужалыҡҡа килем алып килгән нокот борсағын сәсергә ниәтләй, унан ҡала сират бойҙай менән арпаға.
Район агроконференцияһында техника паркының торошо,яғыулыҡ-майлау материалдары һәм запас частар менән тәьмин ителеү, орлоҡтар сифаты мәсьәләләре күтәрелде. Райондың баш агрономы белдереүенсә, хужалыҡтар сәсеүгә әҙер, мөһим кампанияны уңышлы башҡарып сығыр өсөн дәүләт ярҙамы ла бүленгән.
Уңыш күләме, һауа торошонан тыш, ерҙе ваҡытында һәм дөрөҫ итеп эшкәртеүгә, сифатлы орлоҡтарға һәм минераль ашламалар ҡулланыуға ла ҡайтып ҡала.Аграрийҙар был талаптарҙы үтәп,тыуған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөп, яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарып сығырға ниәтләй.
Әлфиә Хәмитова