Белорет ҡалаһында туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре буйынса зона-ара кәңәшмә үтте

Сара Республика ата-әсәләр форумы сиктәрендә ойошторолдо.

Кәңәшмәлә Белорет, Архангел, Учалы, Әбйәлил райондарында һәм Межгорье ҡалаһында туған телдәрҙе уҡытыу торошо тикшерелде. Билдәле булыуынса, быйыл августа Өфөлә ата-әсәләрҙең форумын үткәреү ҡарала.

Төп маҡсат – башҡорт телен өйрәнеүсе һәм башҡорт телендә һөйләшеүсе балаларҙың һанын йыл һайын үҫтерә барыу. Бының өсөн ата-әсәләр менән бәйләнештә тороу мөһим. Сөнки уларҙан бик күп нәмә тора: ғариза һәм теләк булмаһа, мәктәп программаһында ла туған телгә урын булмаясаҡ, ти осрашыуҙа сығыш яһаусылар.

Пленар өлөштән һуң форсайт-сессия уҙҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр комиссияһы етәксеһе Эльвира Байназарова тәжрибә менән уртаҡлашты, ата-әсәләр күмәкләшеп артабан эш итеү йүнәлештәрен тикшерҙе.

Илдар Байбулатов