Планета көнөнә арналған сара Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында үтте.
Акция Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ярҙамында ҡаланың инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме менән ойошторолдо. «Рәсәй – Төркиә» экологик марафонға Төркиәнең дүрт, Рәсәйҙең алты ҡалаһында йәшәүселәр ҡушылды. Ике илдең дә юғары экологик мәҙәниәтле граждандары һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр киң йәмәғәтселеккә яҡшы өлгө күрһәтте.
Инклюзив акция ике сәғәт дауам итте. Салауат Юлаев һәм «Торатау» конгресс-холл майҙанынан сүп-сарҙан таҙартылды.Төркиәнең Анкара, Анталья, Мерсине, Мармарис ҡалаларында ойоштролған экологик өмәлә ҡатнашыусылар менән тура бәйләнеш ойошторолдо.
Гүзәл Борханова