БР милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова үҙенең етмеш йәшлек юбилейын билдәләне

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың милли әҙәбиәт музейы директоры, Гөлдәр Моратова үҙенең етмеш йәшлек юбилейын коллегалары, ижадташ дуҫтары, яҡындары менән ҡаршыланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Гөлдәр Сабит ҡыҙы замандаштары араһында эшһөйәрлеге, кешелекле булыуы менән абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған.Уны күптәр уйынлы-ысынлы Учалы феномены тип тә атай. Уңышымдың сере – тыуған тупраҡта, ата-әсәйемдең бәхетле нигеҙендә һалынды,ти юбиляр.

Ҡул араһына инеү менән ауыл эшенә егелә. Бесәнен дә саба, мал ҡараша, һауынсыларҙы ла алмаштыра. Әммә күңеле моңға тартыла. Гармун һатып ала. Ауыр эштән һуң киске уйындарҙа бөтәһен дә бейетеп күңел һәм моң байрамы бүләк итә. Һуңынан Өфө сәнғәт училищеһының хор-дирижер бүлеген тамамлай. Студент йылдарында табышҡан йәшлек дуҫтары уға әле лә тоғролоҡ һаҡлай.

Өфөгә эшкә күсеүе Гөлдәр Моратованың тормошонда кинәт боролоштарҙың береһе. Уға яуаплы вазифа ышанып тапшырыла. Мәҙәниәтте күтәреүҙә, милли кадрҙарҙы үҫтереүҙәге эштәре баһалап бөткөһөҙ, тиҙәр уның хаҡында замандаштары.

Башҡалала үҙебеҙҙең театҙарға талантлы йәштәрҙе уҡытыу, милли кадрҙар әҙерләү, мәҙәниәт өлкәһендә белгестәрҙең социаль тормошон яҡшыртыу... Был Гөлдәр Моратова башҡарған эштәрҙең сиреге генә.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Моратова әҙәбиәт донъяһын моңға сорнап алға әйҙәүсе шәхес. Ул бөгөн дә уңышлы проекттар, милли рухтағы саралар уртаһында ҡала. Юбиляр үҙенең етмеш йәшлек ғүмер байрамын етмеш төрлә һөнәргә эйә булып ҡаршылай

Гүзәл Борханова