Башҡортостанда 9 майҙа “Үлемһеҙ полк” акцияһы онлайн уҙғарыла

Республика Хөкүмәтендә Еңеү көнөнә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде. Санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы, Рәсәйҙә 9 майҙа “Үлемһеҙ полк” акцияһын онлайн уҙғарыу тәҡдим ителгәйне. Бының өсөн махсус сайт булдырылды. Унда яугир фотоһын тейәп, уның тураһында мәғлүмәт яҙып ҡуйырға кәрәк. Аҙаҡ федераль телеканалдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеге күрһәтелеп бара. Рәсәйҙә күмәк халыҡ ҡатнашлығында “Үлемһеҙ полк” хәрәкәтен 24 июндә уҙғарыу планлаштырыла.