Башҡортостанда “Парктар маршы” старт алды

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, тәбиғәт парктары, балалар экологик ойошмалары һәм йәмәғәт берләшмәләре биләмәләрен йәшелләндерә һәм тәртипкә килтерә. Экологик акцияға “Көньяк Урал” дәүләт ҡурсаулығы ла ҡушылды. Белорет ҡалаһында “Йәш натуралистар” станцияһы нигеҙендә “Ирәмәл” тәбиғәт паркы менән берлектә “Донъяны өйрәнәбеҙ” тигән ғилми тикшеренеү эштәр һәм проекттар конференцияһы үтте. “Көньяк Урал” ҡурсаулығы методисы Азамат Байрамғалин һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан “Парктар маршы" халыҡ-ара акцияһында 1996 йылдан ҡатнаша. Ул йәмәғәтселек һәм властың тирә-яҡты һаҡлау мәсьәләләренә иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла.