Мәскәүҙә “Алтын битлек” милли театрҙар премияһы лауреаттары бүләкләнде

Театр сәнғәтенә ҙур өлөш индергән өсөн режиссер, педагог, Рәсәйҙең халыҡ, Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты  Рифҡәт Исрафилов тәбрикләнде. Рифҡәт Исрафилов 1981-1996 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театрын етәкләй. Өфөлә төрки халыҡтар телдәрендә уҙғарылған “Туғанлыҡ” фестиван булдырыусыларҙың береһе.