Шайморатовсылар халыҡ хәтерендә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә бөгөн Туймазыла Ырыуҙар йыйыны үтә. Ҡаланың 1-се гимназияһы алдында Рәсәй Геройы, легендар командир Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды. Мәктәптә Шайморатовсыларға бағышланған китаптың исем туйы үтте.