“Шағир көндәлеге” фильмын төшөрөү барышында реконструкторҙар Коммунистик урамдың бер өлөшөндә ҡыш булдырҙы. Урында барлыҡ деталдәр - автомобилдәр һәм биналар фильмда һүҙ алып барылған дәүер стилендә биҙәлде. Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы картина “Беренсе республика” триилогияһының йомғаҡлау өлөшө була.