Ул замана кешеһенең этнотарихи, хоҡуҡи һәм мәҙәни-тел нигеҙҙәренә арналды. Сараны Башҡорт дәүләт университеты һәм республка халыҡтары ассамблеяһы ойошторҙо. Конференция онлайн тәртиптә уҙҙы, рус һәм инглиз телдәрендә барҙы. Унда Башҡортостан белгестәренән тыш, Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Молдавия ғалимдары ҡатнашты. Глобалләшеү шарттарында этномәҙәниәттәр өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса ҡыҙыҡлы докладтар яңғыраны. Мәҫәлән, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе, ғалим Зөһрә Рәхмәтуллина “Этностың бөгөнгөһө һәм киләсәге: глобалләшеү дәүерендә хәүеф һәм мөмкинлектәр” темаһы буйынса сығыш яһаны. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы әлеге шарттарҙа этник мәҙәниәтте һәм туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен күтәрҙе.