Проектлау документтары тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһау буйынса ла ентекле тикшерелә. Контроль тағы көсәйтелә. Шулай уҡ бындай биләмәлә йәшәүселәргә төҙөлөш һәм етештереләсәк продукция тураһында тулы мәғлүмәт бирергә, аңлатырға тейешбеҙ, тип белдерҙе Беренсе вице-премьер-Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов.