Республика хәрби пунктында буласаҡ һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Тәүге эшелон Мәскәү һәм Киров өлкәһенә юллана. Егеттәр үҙ бурысын һауа-йыһан көстәре һәм стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә үтәйәсәк.
Һалдатҡа тик сәләмәттәрҙе генә алалар. Бөтә күрһәткестәр буйынса үткән егеттәр пунктта ковид буйынса тест бирә. Быйыл Рәсәйҙә сығарылған экспресс тестҡа бер тамсы ҡан тамыҙыу менән кешенең ковид менән сирләгәнме, юҡмы, антиесеме барлығы, йә әлеге ваҡытта ауырыймы-юҡмы икәнлеге асыҡлана. Һөҙөмтә ун биш минутта әҙер була.
Ябай кейемде улар хәрби формаға алыштыра. Йәштәр был кейемдә үҙҙәрен бөтөнләй икенсе тойоуҙарын йәшермәй. 19 йәшлек Йылайыр егете Ғәлинур әрме сафында булып ҡайтыу әле һаман да ғорурлыҡ, һанала ти. Ул хәрби бурысын Мәскәү өлкәһендә үтәйәсәк.
Стройға теҙелгән алтмыш егет тәүгеләрҙән булып әрмегә алына. Тантанала уларға республика хәрби комиссары, дини конфессия һәм власть вәкилдәре теләктәрен еткерҙе.
Хәрби хеҙмәткә ебәреү транспорты дезинфекциялана, һалдаттар айырым хәрби эшелонда оҙатыла.
Яҙғы саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә һәм Башҡортостандан биш мең егетте әрмегә ебәреү ҡарала. Республика Волга буйы федераль округы региондары араһында хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса беренсе урында. Хәҙер ил күләмендә беренселеккә дәғүә итә.
Рәмилә Исмәғилева