Балтас районы аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә төштө

Районда ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре менән кәңәшмә уҙҙы. Семинарҙа яҙғы сәсеү буйынса һорауҙар ҡаралды. Кәңәшмәнең ғәмәли өлөшө Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы кооперативы базаһында ойошторолдо.

«Балтас сорт һынау участкаһы» ойошмаһы етәксеһе Фоат Ғәлинуров ауыл хужалығы культураларының яңы сорттары тураһында һөйләне. Шулай уҡ хужалыҡтарҙы сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеү, тракторҙарҙың техник торошон тикшереү һөҙөмтәләре барланды. Әле баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу эше алып барыла, ер сәсеүгә әҙер тип билдәләй, ауыл хужалығы эшсәндәре.

Рәмилә Исмәғилева