Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин вәғәз-нәсихәт уҡып, тормоштоң мәғәнәһе, изге Рамаҙан айы хаҡында һөйләне. Иман йорто төҙөлә генә, бинала ғибәҙәт ҡылыуға минималь шарттар тыуҙырылғас та, Аҙан тауышын яңғыратыу идеяһы тормошҡа ашырыла. Йома намаҙына йөҙгә яҡын кеше килде.
Сара хаҡында социаль селтәрҙәр аша бер сәғәт алдан ғына хәбәр ителә. Айнур Хәҙрәт билдәләүенсә, мәсеттә бындай йыйындар даими ойоштороласаҡ. Тик ҡатнашыусылар буйынса сикләү ҡуйыла, йөҙ кешенән артмаҫҡа тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иман йорто төҙөлөшө тамамланғандан һуң, ул бер юлы ике меңгә яҡын мосолманды ҡабул итә ала.
Сара биләмәләге төҙөлөш эштәрен йәнләндерер, изге эшкә бағыусылар, эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итер тип көтөлә. Әйткәндәй, тиҙҙән иман йорто манараларынан төҙөлөш баҫмалары алынып, ҡыйыҡты ҡаплау эштәре тамамланырға тейеш. Шулай уҡ бина тышҡы яҡтан да биҙәлә башлай.
Гөлназ Хәйбуллина