Радик Юлъяҡшин «Атайсал» проектында ҡатнаша

Ул Ғафури районындағы шишмәне төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә хәл итте.

Популяр йырсы Өфөлә тыуып үҫһә лә, үҙенең атайсалы тип ата-әсәһенең тыуған төйәге Ғафури районы Ҡауарҙы ауылын атай. Бала сағында каникул һайын өләсәһе эргәһендә ял итергә яратҡан сәхнә йондоҙо ауыл шишмәһен матурлап, беседка төҙөргә теләй.

Яҡташтарыма, килгән ҡунаҡтарға ял итеү өсөн шәп урын булыр ине, ти артист. Әле Радик Юльяҡшин эште башлау өсөн төп сумманы күсергән. Проектҡа башҡалар ҙа ҡушыла ала. Йыйылған аҡса төҙөлөш материалдарын һатып алыуға йүнәлтелә.