Баймаҡта спорт көрәше үҫешә...

«Мәктәптәргә – спорт көрәше» программаһы буйынса районда өсөнсө спортзал файҙаланыуға тапшырылды. Был юлы Темәс мәктәбе бүлмәһе йыһазландырылды.

Темәс спортсылары өсөн яңы шарттар. Көрәш залы үҙ мөмкинлектәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараған 10 класс уҡыусыһы Ислам Ишдәүләтовты тағы ла нығыраҡ милли спорт төрөнә ылыҡтырҙы. Хәүефһеҙлек талаптарына тура килгән бүлмәлә ул үҙ һаулығы өсөн борсолмай көрәшә ала.

Темәс ауылы – Башҡортостан, Рәсәй чемпиондарын әҙерләгән төбәк, улар юғары үрҙәрҙе яулауын дауам итә. Билдәле спортсылар остазы,тәжрибәле тренер Самат Намаҙҡаев. Ул милли традицияларға тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар бил бирмәҫ көрәшселәр тәрбиәләй. Тыуған төйәгенә Ауыл тренеры программаһы буйынса эшкә ҡайтҡан Әмир Әхмәров та был залда шөғөлләнәсәк.

Быға тиклем Темәс ауылында буш торған бина төҙөкләндерелеп, спорт залы итеп үҙгәртелгәйне. Был зал – икенсеһе. Дәүләт программаһына килгәндә иһә, уның ярҙамы менән асылған ҡаланың икенсе һәм бишенсе мәктәптәре майҙансыҡтарында спорт алға бара.

Балалаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, физик үҫеш һәм тәрбиә биреү мәсьәләләре – хөкүмәтебеҙ ҡуйған төп бурыстарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа ауыл һәм ҡала шарттарында белем биреү тигән төшөнсәлә айырмалылыҡ юғала бара. Үҫеш нөктәһе, яңы спорт залдары, төҙөлөп ятҡан физкультура – һауыҡтырыу комплексы быға асыҡ дәлил.

Әлфиә Хәмитова