Һуңғы ике көндә Дим йылғаһы 95 сантиметрға күтәрелгән

Шул уҡ ваҡытта Павловка быуаһы һыу ағыҙыуҙы кәметкән. Белгестәр фаразлауынса, ямғырҙар дауам иткәндә, тау йылғаларында һыу ташыуы ихтимал.

Әле ваҡытта Өфө ҡалаһында һәм өс районда һыу баҫыуға бәйле 21 хәл контролдә тотола. Был турала республикала ташҡынға ҡаршы хәл буйынса бөгөнгө брифингта белдерелде. Йылғаларҙың күтәрелеүе һөҙөмтәһендә 985 баҡса һыу эсендә, йәғни бер тәүлектә тағы ла 102 участка өҫтәлгән. Шулай уҡ 81 ихата һыуҙа ҡала, йәғни бер тәүлектә тағы ла икәүгә артҡан. Төбәктә алдағы көндәрҙә лә ямғырлы тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана.