Ишембайҙағы ғәҙәттән тыш хәл осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Кисә төнгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә ҡаланың Гоголь урамындағы йорттарҙың береһендә янғын сыға.

Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә өйҙө ут ялмап алған була. Янғынға ҡаршы көрәшкә 25 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителә. Утты һүндергәндә дүрт кешенең кәүҙәһе табыла. Улар араһында ике бала ла була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, янғын аш-һыу бүлмәһендә электр утынан сыҡҡан.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәгә тарыусы ғаилә яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлана. 12 йәшлек Ваня өс йыл элек опекунлыҡҡа алынған булған. Яуаплы хеҙмәттәр балаларҙың йәшәү шарттарын даими тикшереп торған. Һуңғы тапҡыр улар был өйҙә 15 мартта булып киткән, ә 23 -өндә район хакимиәте вәкилдәре килгән.

Ғаилә йортто ҡуртымға алып йәшәгән. Янғын ваҡытында балаларҙың әсәһе эштә булған. Әле яңғыҙ ҡалған ҡатынға тейешле ярҙам күрһәтелә. Үлем һәм янғын сәбәптәрен асыҡлау буйынса суд экспертизаһы тәғәйенләнгән.