Өфөлә ишетеү һәләтенән мәхрүм ҡалғандар өсөн Еңеү көнө уңайынан ижад фестивале үтте.
Рәсәй Президенты гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проектта республика райондарынан йөҙ кеше көс һынарға теләк белдерә. Конкурсҡа килә алмағандар баһалама комиссияһына сығыштарын видеоға яҙып ебәргән. Ҡатнашыусылар музыканы ишетмәй, уларға режиссер ҡайһы урында темпты арттырыу йәки киреһенсә, түбәнәйтеү буйынса ярҙам итә. Еңеүселәрҙең Гала-концерты 6 майҙа Өфөнөң «Нур» татар театрында үтә.
Әлфинә Килдейәрова