26 апрелдә Рәсәйҙә авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы иҫкә алалар. Башҡортостанда радиацияға дусар булған 3 мең ярым самаһы кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғәлә зыян күргән. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең береһе Фидарис Шәмсияров һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИҫтәлекле дата уңайынан бөгөн Өфөлә төрлө саралар үтә. Инвалид-чернобылсылар, атом авариялары эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындары менән осрашыу була, Еңеүҙең 50 йыллығы паркындағы һәйкәлгә сәскә һалына һәм Башҡорт драма театрында ултырыш үтә.