Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эвакуаторҙар һәм штраф туҡталҡалары тураһындағы закон үтәлеше ҡарала

Түңәрәк өҫтәлдә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инпекцияһы хеҙмәткәрҙәре, Транспорт министрлығы белгестәре һәм республика ҡала хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнаша. Парламент спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, эвакуаторҙар һәм штраф туҡталҡалары юлдарҙа тәртип булдыра. Хәрәкәткә ҡамасаулаған автомобилдәрҙе эвакуацияларға, уларҙың водителдәренә штраф яҙырға кәрәк. Әммә ҡайһы бер урындарҙа, айырыуса дауахана һәм балалар баҡсалары янында эвакуаторҙар үҙ вазифаһын арттырып үтәй. Автомобилде туҡталҡаға күсереү еңел аҡса эшләү юлы түгел, ә юлдарҙа тәртип булдырыу хеҙмәте булырға тейеш, тине Константин Толкачев.