Үткән аҙнала республикала 480 янғын теркәлгән

Утта 9 кеше һәләк булған, 17 кешене  ҡотҡарып ҡалғандар. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. 23 апрелдә Ишембай ҡалаһында торлаҡ йортта сыҡҡан янғында ике бала һәм ике өлкән кешенең ғүмере өҙөлгән. Белгестәр өйгә ҡуйылған янғын иҫкәртеү приборының батарейкаһы бөтөүен асыҡлаған. Башҡортостан Хөкүмәте премьер министры Андрей Назаров ял һәм байрам көндәрендә янғындар артыуын иҫәпкә алып, кәңәшмә үткәрергә ҡушты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт