Фехтование буйынса Башҡортостандың ир-егеттәр командаһы- Рәсәй чемпионы

 Новосибирскиҙа Токиола уҙасаҡ Олмипия уйындарына һайлап алыу этабы уҙҙы. Составында Искәндәр Әхмәтов,  Тимур Арыҫланов, Аскар Хәмзин һәм Тимур Сафин булған республика командаһы   алтын миҙал яуланы. Ил беренселегендә рәттән 4-се тапҡыр беҙҙең спортсылар ошондай уңышҡа өлгәшә.  Республиканың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы бронза миҙалға лайыҡ булды.