Башҡортостанда тау йылғалары буйлап экстремаль ағып төшөүсөләр күбәйә

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар булдырмау маҡсатында  Инйәр, Һаҡмар, Ләмәҙ һәм Еҙем йылғаларының хәүеф тыуҙырған урындарында ҡотҡарыу постары ойошторола, тине ведомство етәксеһе.