Башҡортостанда быйыл 2 мең саҡрым юлда термопластик һыҙаттар һалына

Сифатлы буяу автомобиль хәрәкәте көслө булған трассаларҙа яһала. Бынан тыш, 6 мең километр оҙонлоғондағы юл һыҙаты ябай буяу менән эшләнә. Бының өсөн бюджеттан 317 миллион һум бүленә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.