Башҡортостан вәкилдәре бадминтон буйынса Рәсәй беренселегендә миҙалдар яуланы

Турнир Санкт-Петербургта үтте. Унда 17 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты. Беҙҙең республиканан Галина Мезенцева шәхси ярышта алтын миҙал яуланы. Парлы категорияла ул икенсе урынға лайыҡ булды. Егеттәр араһында Иҙел Дәүләтбаев парлы ярышта бронза миҙал алды. Турнир һөҙөмтәләре буйынса, Галина Словенияла Европа чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын алды, Иҙел милли команда составына индерелде.