Герой исемен – мәктәпкә! Еңеү көнө алдынан Дәүләкән районы Ивановка төп дөйөм белем биреү мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Василий Утин исеме бирелде. Мәктәп алдындағы майҙансыҡта ике геройға бюстар асылды. Мөһим ваҡиға тормошҡа ашһын өсөн район, республика сик һаҡсылары ойошмалары күп көс һалды. Тулыраҡ – киләһе яҙмала.
Ивановка – ике Советтар Союзы Геройы, өс генерал тәрбиәләгән үҙенсәлекле ауыл. Урындағы мәктәпкә Василиий Утин исемен биреү тураһындағы ҡарар 1969 йылда уҡ ҡабул ителеп, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында аҙағынаса еткерелмәй. Ниһайәт, ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәс, уҡыусылар үҙҙәрен тулы хоҡуҡлы «утинсылар» тип йөрөтә ала.
Политрук урынбаҫары 22 йәшлек Василий Утин Украинаның Дебальцево ҡалаһы эргәһендәге алышта тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Уң ҡулын мина ярсығы өҙгәндән һуң да, үҙендә көс табып, яугирҙарын атакаға күтәргән ул. Геройҙың исеме аҙаҡ 95-се сик буйы отрядының Калининград өлкәһе Багратионовск ҡалаһында урынлашҡан 6-сы заставаһына бирелә. Ҡаланың бер урамы Василий Утин исемен йөрөтә. Яугир образы Донецк өлкәһенең Шахтер районы Камышатка ауылында хәрби мемориалда һынландырылған. Башҡортостандың Баҡалы, Кушнаренко райондарында ла Василий Утин исеме менән бәйле иҫтәлектәр һаҡлана.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ, Донбасс өсөн барған һуғыштарҙа тәүге Советтар Союзы Геройы Василий Утин хаҡында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Һуңғы бейеклек» документаль фильмы төшөрөлдө һәм тиҙҙән экранға сығасаҡ.
Рәйсә Абдуллина